

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров террорлыҡҡа ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе. Ул милләт һәм конфессия-ара ыҙғыштарҙы иҫкәртеүгә, йәштәрҙе экстремистик идеологиянан һаҡлауға арналды.
- Беҙҙең уҡыу ойошмаларында, йәштәр араһында террорлыҡты иҫкәртеү буйынса эш федераль һәм республика ҡануниәттәренә тап килә, - тине төбәк етәксеһе. - Бындай иҫкәртеү сараларын камиллаштырыуҙы дауам итергә, бөтөн йүнәлештә лә системалы эш алып барырға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр иткәнсә, һорауламаларға ярашлы, республика халҡы милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай.
Республикала милли-мәҙәни йолаларҙы, форумдарҙы, белем биреү эшен үҙ эсенә алған киң тематик саралар ойошторола. Традицион конфессияларҙың лидерҙары Башҡортостандағы бөтә мөһим йәмәғәт ваҡиғаларында ла даими ҡатнаша.
Урал Килсенбаев хәүефле мәғлүмәт һалынған веб-ресурстарҙы ябыу мәсьәләһе хаҡында ла һөйләне. Бындай селтәрҙәрҙе күҙәтеү эшен киңәйтергә һәм кире тенденцияларға оператив яуап бирергә кәрәк.
Радий Хәбиров Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына йәштәр араһында террорлыҡты иҫкәртеү механизмдарын камиллаштырыу, экстремистик идеологиянан һаҡлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Сығанаҡ: glavarb.ru