

Йылы көндәргә алмашҡа һалҡындар килде – республика буйынса урыны менән ҡырау төшөүе һәм ҡыҫҡа ямғырҙар булыуы көтөлә. Һауа торошоноң үҙгәреше республикалағы янғындарға ниндәй йоғонто яһаған – ошо хаҡта һүҙ барҙы бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан янғындарына бәйле уҙғарылған иртәнге тура бәйләнештә.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов белдереүенсә, үткән тәүлектә республикала 29 янғын теркәлгән, ике кеше тән йәрәхәттәре алған.
Бөгөнгө иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата Башҡортостанда яңы ут сығанаҡтары теркәлмәгән. Әммә әле 2518,8 гектар майҙанда өс янғын дауам итә: ике сығанаҡ – Белоретта, бер сығанаҡ – Баймаҡта.
Янғындың төп өлөшө Белорет районына тура килә. Мулдаҡай ауылы яғында 1680 гектар майҙан зыян күргән, әле 2,8 гектар ерҙең яныуы дауам итә. Был биләмәлә утты һүндереүгә 20 кеше һәм 15 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Межгорье ҡалаһы эргәһендәге янғын 830 гектар майҙанға таралған, әле уның 1,7 гектарында “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Унда 193 кеше һәм 44 берәмек техника йәлеп ителгән.
Баймаҡ районында 8,8 гектар майҙандағы янғын дауам итә, уны ҡамауға алғандар.
Александр Лопухов шулай уҡ уҡыу йылы башланыуы айҡанлы ата-әсәләргә башланғыс класс уҡыусыларын тәүге мәлдә мәктәпкә алып барырға һәм ҡаршы алырға кәңәш итте, сөнки тәүге көндәрҙә бәләкәстәр юлға өйрәнергә, хәүефһеҙ һәм уңайлы маршрут һайларға тейеш.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Виталий Барзайкин белдереүенсә, урман янғындары артабан таралмаһын өсөн минераль һыҙат һалына, уның киңлеге 10-15 метр тәшкил итә. Бер төркөм ҡотҡарыусы алдан һыҙат һалған тракторҙың юлын таҙартып бара. Янғынды минераль һыҙат ҡына тотҡарлай алмай, шуға ла ут һүнгәнсе һаҡлап торорға ла кәрәк.
Ямғыр яуырын фараз итһәләр ҙа, көндәр ҡоро тора әле. Шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.
Фото: @mchsrb