

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе, киләһе йәйгә әҙерләнеү саралары тураһында бәйән итте.
"Урман янғындарын туҡтаттыҡ, әммә еңел тын алырға иртә. Әле Белорет, Әбйәлил райондарында тыныс түгел, алда - уттың сәбәбе, эҙемтәләре тураһында аналитика һәм һығымталар, - тип яҙҙы Радий Фәрит улы. - Ә бөгөн Хәйбулла районында мин урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтәм. Беҙ ысын тәбиғәт хәүефе алдында булдыҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан идаралығы, дәүләт комитеты, Урман хужалығы министрлығы алдына ҡуйған төп бурыс шул булды - тораҡ пункттар ҡаза күрмәһен. Был бурысты атҡарып сыҡтыҡ. Уттың киң таралыуына ла юл ҡуйманыҡ.
Урман янғындарына ҡаршы көрәштә профессионалдарға тәүге көндән үк ирекмәндәр, урында йәшәүселәр ярҙам итте. Башҡа райондарҙан һәм төбәктәрҙән дә килделәр. Барлығы - дүрт меңдән ашыу кеше. Беҙҙең халыҡтың бүтәндәр проблемаларына битараф булмауын, ярҙамға килергә әҙерлеген иҫәптә тотоп, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында Йәштәрҙе уҡытыу һәм ирекмәндәр менән эшләү үҙәге ойошторҙоҡ.
Хәҙер беҙҙең бурыс шул - быйылғы ауыр йәйҙән һабаҡ алып, киләһе янғын хәүефе миҙгеленә әҙерләнеү. Матди базаны нығытыу мөһимлеген күрәбеҙ. Ноябргә тиклем ошо йүнәлеш буйынса программа әҙерләйәсәкбеҙ. Көҙ республика өсөн һатып алған Ка-32 вертолеты һынау үтә башлаясаҡ. Ул иң ҡатмарлы шарттарҙа янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән.
Сараларҙың күплеге һәм алдан күҙаллап эшләү киләһе йәйгә дөрөҫ әҙерләнеү мөмкинлеген бирер тип ышанам. Иң мөһиме - кешеләр. Һәм йәнә уртаҡ проблеманы бөтөрөүгә ҡушылған һәр кемгә рәхмәт әйтәм".
Фото: https://vk.com/radiyhabirov