Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2021, 16:00

Күрше өлкәнән көслө янғын килә

Күгәрсен районы сигендә һаҡланыу саралары күрелә. Ә ел көслө...

Күрше өлкәнән көслө янғын киләКүрше өлкәнән көслө янғын килә
Күрше өлкәнән көслө янғын килә

Янғындар һаман тынмай. Әле Стәрлетамаҡ районында - Йөрәктауҙа, Белорет районында Ҡаһарман ауылы эргәһендә яңы сығанаҡтар тоҡанған.

Күрше Ырымбур өлкәһенең Түлгән районындағы Николаевка ауылында янғын сыға һәм ике йорт зыян күрә. Етмәһә, был ут Күгәрсен районы сигендә ҡотора, һигеҙ гектар майҙанда үлән яна. Ҡасҡын ауылынан бары 3,5 саҡрым алыҫлыҡта. Беҙҙең ҡотҡарыусылар һаҡта тора, дүрт трактор өс саҡрым оҙонлоҡта минераль һыҙат һалған. Ә ел көслө, был уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә.

Фото һәм видео: https://vk.com/mchsrb (скриншот). 

Күрше өлкәнән көслө янғын килә
Күрше өлкәнән көслө янғын килә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас