Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2021, 09:00

Йөрәктау яна...

Утты һүндереүгә 41 кеше һәм туғыҙ берәмек техника, шул иҫәптән ике трактор йәлеп ителгән

Йөрәктау яна...Йөрәктау яна...
Йөрәктау яна...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнсәк 8 сәғәт 20 минутта Стәрлетамаҡ районында, Йөрәктауҙың төньяҡ-көнсығыш битләүендә, үлән яна башлаған һәм тирә-яҡты төтөн баҫҡан.

Утты һүндереүгә 41 кеше һәм туғыҙ берәмек техника, шул иҫәптән ике трактор йәлеп ителгән. Янғын урынына туҡтауһыҙ һыу килтереү ойошторолған. Ваҡиға урынында 29 ирекмән арҡаға аҫып йөрөтмәле һыу һиптергес менән эшләй, тағы ла өҫтәмә 70 һиптергес бар.

Янғынды һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығынан 14-се отряд ебәрелгән – өс техника һәм 30 кеше. Тағы ла өҫтәмә көс йәлеп итеүгә әҙерҙәр. Ауылдарға ҡурҡыныс янамай.

Ваҡиға урынын ҡарап, хәлде асыҡлау өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин юлға сыҡҡан.

Хәл контролдә тотола.

 

Фото: @mchsrb

Йөрәктау яна...
Йөрәктау яна...
Йөрәктау яна...
Йөрәктау яна...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас