Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2021, 06:00

Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Әле Белорет районында 2520 гектар майҙандағы ике янғын тулыһынса ҡамап алынған.

Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Республикаға идара итеү үҙәгендә төбәктәге янғындарға бағышланған иртәнге тура эфирҙы Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов белдереүенсә, үткән тәүлектә республикала 22 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм дүрт кеше тән йәрәхәттәре алған. Йәғни ике ҡатын Әлшәй һәм Көйөргәҙе райондарында вафат булған, Салауат ҡалаһындағы биш ҡатлы күп фатирлы йорттағы янғын ваҡытында дүрт йәшлек бала төтөндән ағыуланған һәм дауаханала йән биргән.

Кисә республикала ике урман янғыны сыҡҡан. Туймазыла – 0,15, Миәкәлә бер гектар майҙан зыян күргән, уларҙы ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр. Кисә Баймаҡ районында 8,8 гектар майҙандағы янғынды һүндереүгә өлгәшкәндәр.

Әле Белорет районында 2520 гектар майҙанда ике янғын тулыһынса ҡамап алынған: Мулдаҡай ауылы янында – 1680, Межгорье ҡалаһы эргәһендә 840 гектар. Уларҙы ҡарауыллап торалар, быҫҡыған урындарҙы һүндерәләр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин, Салауат ҡалаһындағы янғын һөҙөмтәһендә дүрт йәшлек баланың үлеменә килтергән сәбәптәрҙәр сығып, бындай осраҡтарҙа түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырҙы:

- күп фатирлы йорт янғанда үҙаллы сығырға тырышмаҫҡа;

- фатир ишеген төтөн инмәҫлек итеп ябып, балкондан ярҙам һорарға.

Ғәҙәттә, кеше, үҙ аллы сығам тип, коридорҙағы төтөнгә тонсоға. Шулай уҡ бындай осраҡта ҡаушап, юғалып ҡалырға ла ярамай. Виталий Барзайкин белдереүенсә, күп фатирлы йортта янғын булғанда ҡотҡарыусылар янғын баҫҡысы ярҙамында балкондан эвакуациялаясаҡ. 16 ҡаттан өҫтә йәшәгәндәр йорттағы махсус янғын баҫҡысы буйлап төшөргә тейеш, һуңынан уларҙы ла эвакуациялау ҡаралған.   

 

Фото: @mchsrb

 

#ЦУР #лесныепожары

Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас