

Кисәнән Баймаҡ районында урман янғындары бара. Бөгөн елдең үтә көслө булыуы "ҡыҙыл ут"ты йәнә шаштырып ебәрҙе.
Ира - Магнитогорск трассаһының Баймаҡ - Сибай юлы өлөшө бөтә төр транспорт өсөн ябылған. Янғындың Ғәле ауылына яҡынлауы сәбәпле, урындағы халыҡҡа йорттарынан китергә ҡушылған. Ауылдан барлығы 16 кеше сығарылған: туғыҙы - автобуста, етеһе - шәхси машиналарында. Әле бында Баймаҡ районы полиция подполковнигы Рәшит Насиров етәкселегендә 20 хеҙмәткәр (участковыйҙар, дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар) эшләй. Зыян күргәндәр туғандарына урынлаштырылған.
Ғәле ауылында йәшәгән граждандарҙың ҡалған мөлкәтен һаҡлап ҡалыу маҡсатында полиция хеҙмәткәрҙәренән дежурлыҡ ойошторолған. Янғын һүндереү урынында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, башҡа етәкселәр, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында оператив төркөм булдырылған. Баймаҡ районына янғын һүндереүгә өҫтәмә ике эшелон аэромобиль төркөмө һәм 47 кеше ебәрелгән.
Фото һәм видео: Гүзәл Сәлихова.