Хәүефһеҙлек
3 Сентябрь 2021, 17:15

Террорлыҡҡа бергәләп ҡаршы торайыҡ

Бөгөн, Террорлыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөндә, В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейында "Йәштәр араһында террорлыҡты иҫкәртеү: яңы хәүефтәр" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү булды.

Террорлыҡҡа бергәләп ҡаршы торайыҡТеррорлыҡҡа бергәләп ҡаршы торайыҡ
Террорлыҡҡа бергәләп ҡаршы торайыҡ

Бөгөн, Террорлыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөндә, В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейында "Йәштәр араһында террорлыҡты иҫкәртеү: яңы хәүефтәр" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеү булды.

Сараны Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы, Мәҙәниәт министрлығы, уның Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Милли музей ойошторҙо. Фекер алышыуҙа ғалим-эксперттар, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.

"Түңәрәк өҫтәл" Бесландағы террор акты ҡорбандарын бер минут тын ҡалып хәтерләүҙән башланды. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе, илдең Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй дипломаттары ассоциацияһы советы ағзаһы Ришат Халиҡов һәм Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ҡатнашты. Улар йыйылғандарҙың иғтибарын йәштәрҙең террорлыҡ, экстремислыҡ ойошмаларына ылығыуына юл ҡуймаҫ өсөн яңы юлдар, алымдар эҙләргә кәрәклегенә йүнәлтте.

Валерий Олейник, Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы аппараты етәксеһе, террорлыҡ һәм экстремислыҡ таралыуға юл ҡуймауҙы хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү өлкәһендәге хәҙерге хәлде анализлап сығыш яһаны.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук йәштәр төркөмдәре менән алып барылған эш тураһында бәйән итте. Ул элекке алымдарҙың көсһөҙләнеүен, ә яңыларының мәғлүмәти технологияларға бәйле икәнен билдәләне.

Дәүләт Думаһы депутаты, "Башҡортостанда Рәсәйҙең эҙәрмәнлек хәрәкәте"нә нигеҙ һалған Илдар Бикбаев йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә социаль селтәрҙәрҙе, ғөмүмән, интернетты ҡулланыуҙың мөһимлеге тураһында фекерҙәрен еткерҙе.

"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар йәштәр араһында төрлө төркөмдәр, шул иҫәптән үтә ҡырҡыу, хәүефле булғандары таралыуға, ә уларҙың үҙ сиратында экстремислыҡ, террорлыҡ өсөн нигеҙ булып тороу ихтималлығына айырым иғтибар йүнәлтте. Был кире күренештәргә ҡаршы тороуҙың үҙебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге тәжрибәһе буйынса ла фекер алышыуҙар булды. Ҡатнашыусылар дәүләт власын, урындағы үҙидара органдарын, граждандар йәмғиәте институттарын йәштәр араһында яңылышлыҡтарға юл ҡуйылмаһын өсөн бергәләп тырышырға, уртаҡ көс һалырға саҡырҙы.

Аҙаҡ "түңәрәк өҫтәл"дәгеләр Бесландағы фажиғә ҡорбандарына арналған "Хәтер шәме" акцияһында ҡатнашты.

Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара советы.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас