

Быйыл республикалағы урман янғындары антирекорд ҡуйҙы – Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 1 сентябргә тиклем республиканың урман фонды ерҙәрендә бөтәһе шундай 418 осраҡ теркәлгән һәм уттан 12331,2 гектар майҙан зыян күргән. Янғындарҙың 186 сығанағы тәбиғәт шарттарына бәйле булһа, 167 осраҡта – кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән.
Әле Белорет районында 2520 гектар майҙанда ике янғын урыны тулыһынса ҡамап алынған: Мулдаҡай ауылы янында – 1680, Межгорье ҡалаһы эргәһендә 840 гектар. Уларҙы ҡарауыллап торалар, быҫҡыған урындарҙы һүндерәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала шәхси хужалыҡтар ҙа көн һайын уттан зыян күрә. Мәҫәлән, 1 сентябрҙә бөтәһе 22 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған һәм дүрт кеше тән йәрәхәттәре алған: ике ҡатын (Әлшәй һәм Көйөргәҙе райондарында) вафат булған, Салауат ҡалаһындағы биш ҡатлы күп фатирлы йортта дүрт йәшлек бала төтөндән ағыуланған һәм дауаханала йән биргән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин, Салауат ҡалаһындағы янғын һөҙөмтәһендә дүрт йәшлек баланың үлеменә килтергән сәбәптәрҙән сығып, бындай осраҡтарҙа түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырҙы:
– күп фатирлы йорт янғанда үҙаллы тышҡа сығырға тырышмаҫҡа;
– фатир ишеген төтөн инмәҫлек итеп ябып, балкондан ярҙам һорарға.
Ғәҙәттә, кеше, сығам тип, коридорҙағы төтөнгә тонсоға. Шулай уҡ бындай осраҡта ҡаушап, юғалып ҡалырға ла мөмкин. Виталий Барзайкин белдереүенсә, күп фатирлы йортта янғын булғанда ҡотҡарыусылар янғын баҫҡысы ярҙамында балкондан эвакуациялаясаҡ. 16-сы ҡаттан өҫтә йәшәгәндәр йорттағы махсус янғын баҫҡысы буйлап төшөргә тейеш, һуңынан уларҙы ла эвакуациялау ҡаралған.
Республикала 2 – 5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана, шуға ла уяулыҡты юғалтмайыҡ. Әгәр ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ:
– урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00;
– Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14;
– ҡотҡарыу хеҙмәте 112;
– янғын хеҙмәте – 01.
- Р. ХӨСНУЛЛИНА.