Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2021, 16:00

"Артем Мазовҡа оҡшаған кешене күрҙек, тиһәләр..."

Республикалағы эҙләү отряды етәксеһе фажиғәле хәлгә бәйле ниҙәр хаҡында белдерҙе?

"Артем Мазовҡа оҡшаған кешене күрҙек, тиһәләр...""Артем Мазовҡа оҡшаған кешене күрҙек, тиһәләр..."
"Артем Мазовҡа оҡшаған кешене күрҙек, тиһәләр..."

Республикала юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән бер нисә махсус отряд бар. Уларҙың иң билдәле һәм ҙурҙарының береһе - “Лиза Алерт. Башҡортостан”. Ошо көндәрҙә уның етәксеһе Олеся Пышкина “Комсомольская правда” гәзите редакцияһына эштең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләгән.

Унан бик ҙур шау-шыу тыуҙырған ваҡиға хаҡында – Артем Мазовты эҙләүҙең нисек барыуы тураһында һорағандар.

Был фажиғәле хәлде хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. 2019 йылдың октябре аҙағында Артем Мазов тигән ир ҡатыны менән талашҡандан һуң ике бәләкәй балаһын ала ла өйҙән сығып китә. Уларҙы һуңғы тапҡыр Ҡариҙел буйындағы шифахана биләмәһендә күрәләр, ир шунда машинаһын ҡалдырып китә. Ошонан һуң улар ғәйеп була. Ир менән балаларҙы бик оҙаҡ эҙләйҙәр, айырыуса һыу төбөн тикшерәләр. Һөҙөмтәлә икенсе йыл йәй генә йылға төбөндә балаларҙың үле кәүҙәләре табыла. Ә атай кеше һаман юҡ. Тәүге мәлдә уны эҙләү әүҙем барһа ла, ваҡыт үтеү менән онотола төштө. Тик уның тереме-юҡмы икәнлеге ошоға тиклем билдәле түгел.

Олеся Пышкина белдереүенсә, эҙләү әле һаман дауам итә.

"Был эш бара, тик мәғлүмәт форматында ғына. Әгәр уға оҡшаған кешене күрҙек тигән хәбәр килһә, беҙ уны тикшерәбеҙ. Ә элекке кеүек йылға төбөндә һәм башҡа урындарҙа эҙләү алып барылмай", – тигән ул.

Артем Мазовтың тарихы шулай мәңгелек сер булып ҡалырмы икән? Берәүҙәр уны әллә ҡасан үлеп, һыу төбөндә сереп юҡҡа сыҡҡандыр тигән фекерҙә булһа, икенселәр ирҙе иҫән һәм сит өлкәләрҙә йәшенеп йөрөйҙөр тип уйлай. Киләсәктә, бәлки, барыһы ла асыҡланыр.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас