

Хәтерегеҙҙәлер, былтыр Өфө янындағы “Ҡояшлы” пляжында Тажикстандан килеп уҡыған 18 йәшлек студент егет 10 һәм 12 йәшлек ике баланы һыуға батыуҙан ҡотҡарып, үҙе һәләк булғайны.
Был көндә Хаджиморат Каландаров дуҫтары менән ял итергә бара. Йылғала ике малайҙың бата башлауын күргәс, шунда уҡ ярҙамға ташлана.
“Икенсе малайҙың да бата башлауын күргәс, ул һыуға ташланды. Беҙ уны туҡтатырға маташтыҡ. “Йөҙә белеүем йәки белмәүем мөһим түгел – бала батып бара!” – тине һәм малайға табан йөҙөп китте...” – тип һөйләгән уның танышы.
Хаджиморат, баланы хәле еткәнсе ярға табан алып килеп, дуҫтарының ҡулына тапшыра. Барыһы ла малайға тәүге ярҙам күрһәтергә ташлана, ә Хаджиморат үҙаллы йөҙөп сығыр, тип уйлай. Әммә ярайһы уҡ күп һыу йотоп өлгөргән һәм хәле бөткән егет ярға сығып етә алмай... Дуҫтары кире килеп еткәндә ул үлгән була...
Хаджиморат ата-әсәһенең берҙән-бер улы була. Уны тыуған иленә – Тажикстанға оҙаттылар.
Ошо көндәрҙә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров батыр егетте, үлгәндән һуң, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Миҙал Өфөләге генераль консулға тапшырыла, ә ул үҙ сиратында награданы Хаджимораттың ата-әсәһенә алып ҡайтып бирәсәк. Егеттең тыуған яғында уның исемен мәктәпкә бирергә ниәтләйҙәр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/myufa