

Кисә, 3 сентябрҙә, кискә ҡарай Иглин районында ҡурҡыныс авария теркәлә. Үктәй менән Меңйетәр ауылдары араһында ике автомобиль бәрелешә. Урынға полиция менән табиптарҙан тыш ҡотҡарыусылар ҙа саҡырыла.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлда “Киа Спортэйдж” менән “Субару Аутбэк” машиналары бәрелешә. Уларҙа биш кеше ултырған була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2004 йылғы бала урында һәләк булған. Тағы дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала төрлө йәрәхәттәр менән Өфө ҡалаһына дауаханаға оҙатылған.
Фотоларҙан күренеүенсә, бәрелеш бик көслө булған. Урында яғыулыҡ түгелгән. Ҡотҡарыусылар уны таҙартҡан. Хәҙер полицияға авария сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.