Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2021, 06:30

Күгәрсендә ике йорт янды...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Күгәрсендә ике йорт янды...Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...

Кисә 14.35 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Күгәрсен районының Ҡайын сауҡалығы тораҡ пунктында янғын сыҡҡаны тураһында хәбәр килә.

Ваҡиға урынына янғын һағы бүлексәһенән биш берәмек техника һәм 19 кеше барған, тракторҙар ҙа йәлеп ителгән, урындағы халыҡ та әүҙем ярҙам иткән. Утты һүндереү барышын елдең көслө булыуы ҡатмарлаштырған. Янғында ике йорт һәм уларҙың ҡура-ҡаралтылары янып бөткән. “Ҡыҙыл әтәс” күрше йорттарға күсмәһен өсөн яндарында ҡаршы һыҙат һалғандар. Кеше һаулығына зыян килмәгән.

Хәбәр итеүҙәренсә, ут электр сымдарынан сыҡҡан.

Фото: @mchsrb

Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...
Күгәрсендә ике йорт янды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас