Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2021, 15:00

Оло юлда оло кеше һәләк булды...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы урынында әле махсус тикшереү төркөмө эшләй. 

Оло юлда оло кеше һәләк булды...Оло юлда оло кеше һәләк булды...
Оло юлда оло кеше һәләк булды...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Төштән һуң Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 51-се километрында "Nissan X-Trail" маркалы сит ил машинаһы менән УАЗ автомобиле төкөшә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: ваҡиға урынында 60 йәшлек водитель йән бирә. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә уның үлемен теркәргә генә ҡала.

Әле авария урынында махсус тикшереү төркөмө эшләй.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас