Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2021, 07:30

Республикала янғындарға бәйле хәл-торош нисек?

Был хаҡта видеояҙмала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Морат Задин таныштыра.

Республикала янғындарға бәйле хәл-торош нисек?Республикала янғындарға бәйле хәл-торош нисек?
Республикала янғындарға бәйле хәл-торош нисек?

Республикаға идара итеү үҙәге 4 сентябрь иртәһенә ҡарата Башҡортостан биләмәләрендәге янғындарға бәйле хәл-торош менән таныштырҙы.

Хәбәр итеүебеҙсә, Күгәрсен районында ике өй һәм йорт яны ҡаралтылары янды. Мораҡтан 40 саҡрым алыҫлыҡта 61 гектар майҙанда тәбиғи янғын дауам итә. Уның тирә-яғы буйлап һөрөү эше башҡарылған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 сентябрҙең 8.00 сәғәтенә республикала 2759,7 гектар майҙанда 12 урман янғыны ғәмәлдә ҡала. Уларҙың һигеҙе (2678,4 га) туҡтатылған. Тағы дүрт урында (81,3 га) утҡа ҡаршы көрәш дауам итә. Был дүрт янғын түбәндәге урындарға тура килә:

  1. Бөрйән районы – 54 гектар майҙанға тиң бер урын. Янғын 2 сентябрҙең кисендә Байғаҙы ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта башланған. Янғын юлында тәбиғи ҡаршылыҡтар – ҡырсынташлы юл, шишмәләр бар. Ауылға хәүеф янамай.
  2. Баймаҡ районы – 54 гектар майҙанда бер янғын осрағы. Ишмөхәмәт ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта. Утты һүндереүгә 105 кеше, 17 берәмек техника йәлеп ителгән, ауылға хәүеф янамай.
  3. Көйөргәҙе районы – бер янғын осрағы. Покровка ауылынан алты километр алыҫлыҡта биш гектар ер яна. Янғындың юлында тәбиғи ҡаршылыҡ – Ашҡаҙар йылғаһы. Ауылға хәүеф янамай.
  4. Әбйәлил рйоны – бер янғын. Мөхәмәт ауылынан алты километр алыҫлыҡта 15 гектар ер. Янғындың юлында тәбиғи ҡаршылыҡ – Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы. Ауылға хәүеф янамай.

Фото: “Башинформ”.

#ЦУРБАШҠОРТОСТАН

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас