

"КП-Өфө" матбуғат баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бөгөн Ағиҙел йылғаһында фажиғәле хәл була.
Өфөлә йәшәгән 50 йәшлек ир эте һыуға төшөп киткәс, уны ҡотҡарырға Ағиҙелгә ташлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ мөмкинлектәрен иҫәпкә алмай, hөҙөмтәлә бата.
Шаhиттар әйтеүенсә, ул эскән булған. Эте ярға сыҡҡан, әммә хужаһының кәүҙәһе әле булһа табылмаған.
"Һыуға батҡан ирҙе водолаздар эҙләй", - тип белдерә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Һыу буйында үҙеңде тотоу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаһаҡ ине.
Фото: kubnews.ru