

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән тура эфирҙа бөгөнгә ҡарата урман янғындарына бәйле хәл тураһында һүҙ барҙы.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Алексей Головко белдереүенсә, үткән тәүлектә 13 техноген янғын теркәлгән һәм уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Күп осраҡта шәхси хужалыҡтар зыян күрә. Ут сығыуҙа кешеләр үҙе ғәйепле: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәйҙәр, һаҡһыҙ тәмәке тарталар, боҙоҡ электр приборҙары ҡулланалар.
Тәбиғәт янғындарына килгәндә, 3389,5 гектар майҙанда - алты урында - "ҡыҙыл әтәс" ҡотора, шулай ҙа улар әле тулыһынса ҡамалған: Әбйәлилдә – 70, Белоретта – 840 һәм 1680, Баймаҡта – 620, Бөрйәндә 157 һәм 22,5 гектар биләмәлә. Шулай үткән тәүлектә 182,4 гектар майҙандағы ете сығанаҡты тулыһынса һүндергәндәр: Әбйәлилдә – 22, Белоретта – 10,7, Бөрйәндә – 10, Йылайырҙа – 0,4 һәм 58,3, Күгәрсендә – 61, Көйөргәҙелә - 20 гектар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов янғын һүндереүҙә халыҡтың әүҙем, ихлас ҡатнашыуы тураһында һөйләп үтте. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Ғәле ауылы халҡы эвакуацияланғандан һуң кире өйҙәренә ҡайтҡас, “Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк?” тип башҡалар ысын күңелдән булышлыҡ ҡылырға әҙерлеген белдергән. Алик Шәрәфетдинов әйтеүенсә, ысынлап та, бындай осраҡта бер-береңә рухи ярҙам ифрат мөһим. Ул Баймаҡта ут һүндергәндә ҡамауҙа ҡалған 200-ҙән ашыу баш малды ҡотҡарыу ваҡиғаһы тураһында ла һөйләне.
Фото: @mchsrb