

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Мәләүез районында фажиғәле хәл теркәлгән.
Смаҡ - Йомағужа - Воскресенк автомобиль юлында билдәһеҙ водитель йәйәүлене бәрҙергән һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан. Һөҙөмтәлә Мәләүез районынан 42 йәшлек ир алынған тән йәрәхәттәренән шунда уҡ йән биргән. Һәләк булған кешенең кейемендә бер ниндәй яҡтыртҡыс элементтар булмаған.
"Әле водителде эҙләү бара. Ваҡиғаны күргәндәрҙән йәки ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙән тиҙ арала полиция бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ", - тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә автоинспекторҙар.
Белгестәр әйтеүенсә, водитель аҡ кейемдәге кешене 50 метр алыҫлыҡтан күрһә, яҡтыртҡыс элементтар булған кейемлене иһә 130 метр арауыҡтан уҡ шәйләй. Ә бына махсус йәшел яҡтыртҡыслы кейемлеләр 150 метрҙан уҡ күренә икән. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итмәйек, ошо яҡтыртҡыс әйберҙәрҙе кейемгә ҡуйыу йәки тегеү хаҡында хәстәрлек күрәйек. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары кәмер ине. Бигерәк тә әле, ҡараңғының иртә төшә башлауын иҫәпкә алып, хәүефһеҙлек сараларына иғтибарҙы көсәйтәйек.
Фото: ЮХХДИ.