Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь 2021, 05:30

"Көтөгөҙ, мин киләм!"

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 йәшлек ҡыҙыҡай тәғәйен урынға барып етә алмай... 

"Көтөгөҙ, мин киләм!""Көтөгөҙ, мин киләм!"
"Көтөгөҙ, мин киләм!"

3 сентябрҙә Иглин районында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Ике еңел автомобиль шул тиклем көслө бәрелешкән, уларҙан тимер өйөмдәре генә ҡалған. Райондың Үктәй менән Меңйетәр ауылдары араһында булған һәләкәттә машиналарҙа - “Субару Аутбек” менән “Киа Спортаж”да биш кеше ултырған.

Унда 17 йәшлек ҡыҙ вафат булды, йәнә бер һигеҙ йәшлек бала ауыр йәрәхәттәр алды. Шулай уҡ иҫән ҡалған башҡа кешеләр ҙә дауаханала. Фажиғәнең сәбәптәрен махсус хеҙмәттәр асыҡлай.

Әле иһә “Комсомольская правда” баҫмаһы журналистары һәләк булған ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған. 17 йәшлек Ангелина (исеме үҙгәртелде) Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылына дуҫтары янына китеп барған.

Үлеренән бер көн алда ҡыҙыҡай телефонына видео яҙҙырған. Унда шат ҡыҙыҡай: “Мин һеҙгә иртәгә Ҡыҙылъярға киләм тип вәғәҙә бирҙем. Бөтәгеҙ ҙә көтөгөҙ мине!” тип әйткән. Әммә видеояҙмаһын баҫтырып өлгөрмәгән.

Ангелина бик сибәр һәм һомғол буйлы ҡыҙ булған. Ул моделдәр агентлығында иҫәптә торған һәм төрлө фото-, видео төшөрөүҙәрҙә ҡатнашҡан. Таныштары белдереүенсә, ҡыҙҙың уңыштары күп, һәм ул өмөтлө модель булған. "Һин бик яҡшы кеше инең, һинең менән оҙаҡ аралашмаһаҡ та, бик йәл. Ауыр тупрағың еңел буһын", – тип яҙа уның дуҫтары.

Аварияларҙа кешеләр һәләк булһа – бик йәл. Ә инде саҡ йәшәй башлаған йәштәр үлһә, бигерәк аяныслы. Ҡыҙыҡайҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "КП-Өфө". 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас