Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь , 15:50

Радий Хәбиров Баймаҡ районы башлығына рәхмәт белдерҙе

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Фәнис Әминевкә рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров Баймаҡ районы башлығына рәхмәт белдерҙе

Беҙҙең төбәктә янғынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы туҡтатылды, тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров.  Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ төбәгендә сыҡҡан янғынды һүндереүгә бәйле ойошторолған эштәргә ҡарата баһа биреп, район башлығы Фәнис Әминевкә рәхмәт белдерҙе.

"Янғындың иң ҡурҡыныс осоро үтте, тип иҫәпләйек. Хәҙер иһә ямғыр ҙа яуа башланы. Баймаҡ районында бик ауыр хәл булды. Янғын 12 километрға һуҙылған ине. Фәнис Әминев ваҡытында ярҙам һорап, янғынды һүндереүгә бәйле эштәрҙе оператив ойошторҙо", - тине Радий Хәбиров.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова