Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь , 12:15

Ямғыр булһа ла, тынысланырға иртә

Баймаҡ районының Төрөкмән ауылы эргәһендә 100 гектар майҙанда ланшафт янғыны бара – ҡоро үлән яна. Әле утҡа ҡаршы 53 кеше һәм 16 берәмек техника йәлеп ителгән.

Ямғыр булһа ла, тынысланырға иртә

Республикаға идара итеү үҙәге уҙғарған тура эфирҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов уҙған тәүлектә 13 техноген янғын теркәлеүе һәм унда бер кешенең һәләк булыуы, ике кешенең йәрәхәт алыуы тураһында белдерҙе. 

Әле республикала 1530 гектар майҙанда урман янғыны ауыҙлыҡланған, әммә һүндереп бөтөлмәгән: Белоретта – 840 (Межгорье ҡалаһы эргәһендә), Әбйәлилдә (Мөхәмәт ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта) – 70, Баймаҡта (Ишмөхәмәт ауылынан ете саҡрым алыҫлыҡта) 620 гектар биләмәлә. Шулай уҡ кисә Учалы районында 0,13 гектар майҙанда тәбиғәт янғыны булған, уны ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр.  

Баймаҡ районының Төрөкмән ауылы эргәһендә 100 гектар майҙанда ланшафт янғыны бара – ҡоро үлән яна. Әле утҡа ҡаршы 53 кеше һәм 16 берәмек техника йәлеп ителгән. Был сығанаҡ ҡамауға алынған, төндә ирекле янғын командалары дежурлыҡ иткән.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан Урман хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 апрелдән 6 сентябргә тиклем республиканың урман фондына ҡараған биләмәлә 436 янғында бөтәһе 13391,9 гектар майҙан зыян күргән. Ут сығыуҙың 187-е осрағына тәбиғи шарттар булышлыҡ итһә, 181-ендә – кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында.   

Әле республикала 1-2-се класлы янғын хәүефе һаҡлана, ә Бүздәк районында – 5-се класс.   

Фото: @mchsrb.

Ямғыр булһа ла, тынысланырға иртә
Автор:Рәмилә Мусина