Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2021, 16:30

Министр фажиғәле вафат булды

“Яугир кеүек йәшәне һәм яугир кеүек һәләк булды. Ныҡ, ныҡ йәл... Ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашам...” - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Министр фажиғәле вафат булды
Министр фажиғәле вафат булды

Бөгөн бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Хәрби бурысын башҡарған саҡта, кеше ғүмерен ҡотҡарам тип Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев һәләк булған.

Был фажиғәле хәлгә бәйле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәрҙә ҡайғы уртаҡлашты.

“Яугир кеүек йәшәне һәм яугир кеүек һәләк булды. Ныҡ, ныҡ йәл... Ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашам...” тип яҙҙы ул.

“РИА Новости” хәбәр итеүенсә, ул хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған. “Евгений Зиничев арктика зонаһын ғәҙәттән тыш хәлдән һаҡлау буйынса ведомство-ара уҡыуҙарҙа фәжиғәле вафат булыуы тураһында еткерәбеҙ. Ул унда кеше ғүмерен ҡотҡарҙы”, – тип хәбәр итә министрлыҡ.

Зиничев Красноярск крайы губернаторы Александр Усс менән Дудинка ҡалаһына килгән. Бында яңы янғын һүндереү часы төҙөлөшөн ҡараған. Урында был турала RT телеканалы сюжет төшөргән. Каналдың баш мөхәррире Маргарита Симоньян телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, министр менән оператор яр буйында торған. Ҡапыл оператор тайып киткән һәм һыуға осоп төшкән. Зиничев уны ҡотҡарам тип артынан ташланған һәм ярҙан сығып торған ташҡа бәрелеп үлгән. Оператор шулай уҡ урында һәләк булған.

Евгений Зиничев 1966 йылдың 18 авгусында Ленинградта тыуған. Санкт-Петербург эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ институтын тамамлаған. 2013 йылда Рәсәй Ҡораллы көстәренең Генераль штабы Хәрби академияһында һөнәри әҙерлек үткән.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: