Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2021, 05:00

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Өфө янында таң менән булған авария бик көслө булған. Кешеләр... 

Өс кешенең ғүмере өҙөлгәнӨс кешенең ғүмере өҙөлгән
Өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн таң менән Өфө янында булған ҡурҡыныс авария кешеләр ғүмерҙәрен өҙҙө. Өфө – Шишмә автомобиль юлының 15-се километрында була ул. Бында “ВАЗ-2112” менән “Лада Гранта” бәрелешә.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, тәүге машинала 21 йәшлек Шишмә районы кешеһе ултырған. Ә “Гранта”ға 61 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе идара иткән.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, машиналар бер-береһенә ҡаршы килеп бәрелешкән. Әлегә авария сәбәптәре асыҡланмаған. Бәрелеш бик көслө булған. “Гранта”ның водителе һәм пассажиры, шулай уҡ “ВАЗ”-дың пассажиры урында һәләк булған. Ә уның водителе һәм икенсе машинаның тағы бер пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Урында полиция, табиптар һәм башҡа хеҙмәттәр эшләгән, әле авария сәбәптәре асыҡлана. 

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас