Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь , 22:40

Һуңғы янғын һүндерелгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтте.

Һуңғы янғын һүндерелгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура эфирҙа халыҡ менән аралашыуы барышында бик һәйбәт яңылыҡ билдәле булды – Башҡортостанда һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелгән.

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районында Ишмөхәмәт ауылынан ете километр алыҫлыҡта 620 гектар майҙанда урман яна ине. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, бөгөн 20.35 сәғәттә ул һүндерелгән.

“Төп эш локалләштереүгә төбәлеп барған өсөн янғындар бөттө. Әгәр быны эшләмәһәк, беҙҙә 50 мең гектар урман юҡҡа сыҡҡан булыр ине. Янғын һүндереүселәргә һәм был эштә ҡатнашҡан һәр кешегә ҙур рәхмәт", – тине Радий Хәбиров.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Альфия Мингалиева