Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2021, 10:00

Ятаҡта – студент кәүҙәһе

Ул Өфө дәүләт нефть техник университеты ятағындағы бүлмәлә табылған. 

Ятаҡта – студент кәүҙәһе
Ятаҡта – студент кәүҙәһе

Өс көн элек Өфөлә студент егеттең үле кәүҙәһе табылған. Билдәле булыуынса, ул Өфө дәүләт нефть техник университеты ятаҡтарының береһендә йәшәгән.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был студент сит илдән уҡырға килгән. Шулай уҡ яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның үлемендә криманал эҙе юҡ. Уның үҙенә үҙе ҡул һалыуы ихтимал.

Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, был хәл буйынса тикшереү алып барыла, егеттең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән.

Фото: newizv.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: