Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Сентябрь 2021, 08:30

Бур ҡатындарҙы күрмәнегеҙме?

Бер ҡатлы әбей уларҙың йомошон кире ҡаҡмай, кухняға быяла банканы йыуыу өсөн инеп китә...

Бур ҡатындарҙы күрмәнегеҙме?
Бур ҡатындарҙы күрмәнегеҙме?

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөнөң Богдан Хмельницкий исемендәге урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәгән 83 йәшлек әбейҙең 100 мең һум  аҡсаһын урлағандар.  Ике мут ҡатын подъезд төбөндә осратҡан әбейгә социаль пакет тәҡдим итеү һылтауы менән уның өйөнә ингән.

Улар биш мең һумлыҡ купюраны ваҡлатыуҙы һорай, тик әбейҙең плащында ике мең һумлыҡ ҡына аҡса була. Саҡырылмаған ҡунаҡтар таҙа банка һорағас,  бер ҡатлы әбей  уларҙың йомошон кире ҡаҡмай, кухняға быяла банканы йыуыу өсөн инеп китә.

Мутлашыусылар фатирҙа 100 мең  һум аҡсаны эҙләп табып, йәһәт кенә сығып китеү яғын ҡарай. Енәйәт ҡылған ҡатындарҙың икеһе лә битлектә, бирсәткәлә булған. Береһе 35-40 йәштәр тирәһендә, уртаса кәүҙәле, өҫтөнә ҡара төҫтәге йәйге күлдәк, башына  аҡ панама кейгән.  Икенсеһе 30-35 йәштәр тирәһендә, ҡаҡса кәүҙәле, зәңгәр төҫтәге күлдәктә, аҡ кепкала булған.

Был ҡатындарҙы таныһағыҙ йәки күргән булһағыҙ, мотлаҡ полиция бүлексәһенә түбәндәге телефондар аша шылтыратығыҙ: 279-39-02, 237-19-60 йәки 02 (102- мобиль телефондан).  Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 2-се полиция бүлеге –8-347-242-97-17, 242-13-72.

 Фото: Эске эштәр министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: