Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Сентябрь 2021, 20:00

Ҡарбуз ашауы ла ҡурҡыныс...

Ошо арала Мәскәүҙә булған хәлдәрҙән сәс үрә торорлоҡ.

Ҡарбуз ашауы ла ҡурҡыныс...
Ҡарбуз ашауы ла ҡурҡыныс...

Ошо арала Мәскәүҙә булған хәлдәрҙән сәс үрә торорлоҡ. Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, шаршамбыла бер ғаилә "Магнит" магазинынан ҡарбуз һатып алып ашағандан һуң, иртәгәһенә иртән өс ҡатын-ҡыҙ үҙен насар тоя. Атай кеше генә зарланмай, ул ашамаған була.

"Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыртҡас, ғәҙәти ағыуланыу тип, ғаилә ағзаларын дауаханаға алып китмәйҙәр. Әммә уларҙың хәле тағы ла киҫкенләшкәс, медицина учреждениеһына һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә – өләсәй, унан 15 йәшлек ҡыҙ вафат була, әсә кеше генә иҫән ҡала, әле ул реанимацияла ята.

"Магнит" магазинына тәфтишселәр тикшереү менән килә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әммә хәл бының менән генә бөтмәй. Шул уҡ йорттан тиҙҙән ике үҫмер малайҙы һәм ике ҡыҙҙы, тағы бер урта йәштәрҙәге ирҙе дауаханаға килтерәләр. Ошо Совхоз урамындағы башҡа йорттан тағы ике оло йәштәге ҡатын да ағыуланыу диагнозы менән медицина учреждениеһына һалына. Кемдер – тауыҡ, кемдер ҡарбуз ашағанын әйтә, әммә уны "Пятерочка" магазинынан алған була.

Ҡарбуздан ағыуланыуға көнкүреш химияһы менән ағыуланыу фаразы өҫтәлә, сөнки ике малай бөтөнләй ҡарбуз ашамағандарын хәбәр итә.

Шулай итеп, ике көн эсендә генә тиҫтәләгән кешенең хәле ҡыл өҫтөндә ҡала. Табиптар һәм тәфтишселәр белә күрә ағыулау осрағы тураһында белдерә. Кем һәм ни өсөн? Билдәһеҙ. Әлегә йортта һыуҙы һәм газды тикшерәләр.

Нитраттар менән ашланған ҡарбуз ашап ағыуланған осраҡтар бар, әлбиттә, әммә шундай һанаулы ваҡыт эсендә үлгән кешеләр юҡ ине әле. Токсиколог Виктор Шилов әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡарбузды махсус рәүештә ағыулаһаң ғына бындай хәлдең булыуы мөмкин.

Шулай ҙа ҡарбуз миҙгелендә хәүефһеҙлек сараларын күреү ҡамасау итмәҫ. Шыма һәм тигеҙ тышлы, ятҡан яғында һары табы, "ҡойроғо" ҡоро булғанын һайлағыҙ. Ә бына түбәндәге осраҡтарҙа һаҡ булығыҙ:

- Ҡарбуздың йәшел тышы аҫтындағы урындың һарғайыуы нитраттың күп булыуын күрһәтә.

- Тышы йәмшек, ярылған булмаһын.

- Эсендә бушлыҡ булғаны ҡарбуздың артыҡ бешкәнен аңлата, тимәк, унда үҫеү гормондары күп.

- Ҡарбуз киҫәген бүлмә температураһындағы һыулы һауытҡа төшөрөгөҙ. Һыу алһыу төҫкә буялһа, емештә нитрат күп.

-  Уны күтәреп ҡарағыҙ, артыҡ еңел булмаһын. Эсе боҙолған булыуы бик ихтимал.

Фото: progorodnsk.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: