Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Сентябрь 2021, 12:30

Бәрелешеү көслө була...

Бөгөн иртә менән Өфө ҡалаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булды.

Бәрелешеү көслө була...
Бәрелешеү көслө була...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәре күңелһеҙ яңылыҡтар менән башланды. Бөгөн иртә менән Өфө урамдарының береһендә үлемесле авария булды: «Хендай Акцент» менән«Маз» автомобилдәре ҡара-ҡаршы төкөшә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: ваҡиға урынында сит ил автомобиле руле артындағы водитель шунда уҡ йән бирә. Машина салонындағы 23 йәшлек егет менән 18 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатыла.

Әле ваҡиға буйынса тикшереү башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.

Кисә Туймазы районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы ла бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Ҡандра ауылында йәшәгән 38 йәшлек ир "Vento Riva" мопедына идара итеүҙе юғалтып, бордюрға барып бәрелә, аҙаҡ ситкә оса. Һөҙөмтәлә водитель шунда уҡ һәләк була. Асыҡланыуынса, ул үткән йыл иҫерек килеш рулгә ултырғаны өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: