Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Сентябрь 2021, 13:30

Яҡташыбыҙ сит илдә һәләк булған

Ир шарлауыҡта 40 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән.

Яҡташыбыҙ сит илдә һәләк булған
Яҡташыбыҙ сит илдә һәләк булған

Бәләбәй ҡалаһынан 36 йәшлек Алексей Ветров Абхазиялағы Шакуран шарлауығында бәхетһеҙлеккә тарыған. Ир 40 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшөп һәләк булған. Бәлә элекке көн көндөҙ теркәлде, тип хәбәр итә урындағы МЧС.

– Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре мәрхүмдең кәүҙәһен носилкала оло юлға тиклем алып бара, артабан автомобилдә Сухум ҡалаһындағы Республика дауаханаһына илтә, – тип хәбәр итәләр ведомствола.

Таныштары әйтеүенсә, Алексей Абхазияға дуҫ ҡыҙы менән киткән. Әле ул унда. Дуҫтары мәрхүмде алып ҡайтыр өсөн һәм ерләүгә аҡса йыя.

Фото Абхазия МЧС-ы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: