Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь , 11:00

Балалар дауаханаға эләккән

Машина йөрөткән эшҡыуар ханым юл аша үтеп барған өс баланы бәрҙергән дә бер ни булмағандай юлын дауам иткән...

Балалар дауаханаға эләккән

Машина йөрөткән эшҡыуар ханым юл аша үтеп барған өс баланы бәрҙергән дә бер ни булмағандай юлын дауам иткән. Йәрәхәтләнгән балаларҙы дауаханаға оҙатҡандар.


Был хәл 5 сентябрҙә булған. Фольксваген автомобиле менән идара иткән ҡатын юлды йәһәт кенә ҡыҙыл янған светофорға үтергә ынтыла, шул арҡала иғтибарын да юғалта. Ошо ваҡыт аҡ һыҙаттарҙан сығып барған малайҙар тап уның машинаһынан бәрелеп зыян күрә: капотҡа һуғылып йығылалар һәм үҙаллы аяҡтарына баҫа алмайҙар.


Водитель ваҡиға урынына сығырға ашыҡмай машинаһында ултыра бирә (бәлки, ныҡ тетрәнгәндер, кем белә). Зыян күреүселәр өсөн "Ашығыс ярҙам"ды ла үткенсе водителдәр саҡырта. 10-ар йәшлек малайҙарҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға алып китәләр.


Күренеүенсә, ашығыу арҡаһында юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоу ошондай күңелһеҙ хәлгә еткергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа ошоға оҡшаш ваҡиғаларға бик йыш шаһит булырға тура килә. Халыҡтың "Ипле барһаң, артабан китерһең" тигән аҡыллы һүҙҙәрен бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай.


Фото: видеонан скриншот.

Автор:Аклима Гизатуллина