Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2021, 16:00

Әсәһе аҡса бирмәгәс...

Федоровка районында булған был ғибрәтле хәл

Әсәһе аҡса бирмәгәс...
Әсәһе аҡса бирмәгәс...

Бик күңелһеҙ хәл Федоровка районының бер ауылында теркәлгән. Полиция бүлегенә 69 йәшлек ҡатындың уртансы улы мөрәжәғәт иткән.

Уның белдереүенсә, ҡустыһы аҡса бирмәгән өсөн әсәләренә ҡул күтәреп, уны бик ныҡ туҡмаған. Ваҡиға урынына тикшереү-оператив төркөмө юлланған. Асыҡланыуынса, алдан төрмәлә ултырған 36 йәшлек улы йыш ҡына әсәһенең пенсия аҡсаһын һорап алған булған. Меҫкен әсәгә үҙенә йәшәү өсөн был аҡсалар саҡ етеп торған. Тағы ла кесе улы аҡса һорағас, был юлы әсәһе уға аҡса биреүҙән баш тартҡан. Ярһыған ир әсәһенә ҡул күтәргән, ун бик ныҡ туҡмаған. Хәйер был юлы ла меҫкен әсә үҙ балаһын полицияға мөрәжәғәт итеүҙән тартынған. Әммә был хаҡта уртансы улы белеп ҡалғас, зыян күреүсе хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, үҙ әсәһенә ҡул күтәргән мөртәт һаҡ аҫтына алынған.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: