Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2021, 15:00

Янғын өс кешенең ғүмерен өҙгән

Кушнаренко һәм Иглин районында сыҡҡан янғында...

Янғын өс кешенең ғүмерен өҙгән
Янғын өс кешенең ғүмерен өҙгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ял көндәрендә лә республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә төндә Кушнаренко районының Баҡай ауылының тораҡ йорттарының береһендә ут сыға. Тәүгеләрҙән булып янғын урынына Баҡай ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереүселәре килеп етә. Шулай уҡ ваҡиға урынына тиҙ арала ҡотҡарыу һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре ебәрелә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, утты тулыһынса "ауыҙлыҡлағас" ике кешенең кәүҙәһе табыла. Улар - 30 һәм 62 йәшлек ирҙәр булыуы асыҡлана.

Бөгөн иртә менән Иглин районының "Стекловолокно №1" баҡса йорттарының береһендә янғын сыға. Баҡса йорто тулыһынса янып бөтә. Янғын һүндереүселәр 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға.

Ике осраҡ буйынса ла әле тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә.

Көндәр бер аҙ һыуыныу менән күптәр  йорттарында, шул иҫәптән баҡса йорттарында мейес яға, утты ҡарамай. Мунса тоҡандырғанда йәки йорт мейесенә ут яҡҡанда һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Иҙәнгә төшкән бер ҡуҙҙан ғына ла ут сығыу ихтималлығы бар. Ут менән шаярмағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: