Хәүефһеҙлек
13 Сентября 2021, 07:48

Бер генә янғын ҡалды

Был аҙнала махсус режим ғәмәлдән сығарылыр тип көтөлә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер генә янғын ҡалдыБер генә янғын ҡалды
Бер генә янғын ҡалды

Башҡортостан биләмәһендә әлеге ваҡытта бер урман янғыны ғәмәлдә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

– Үткән аҙнала Башҡортостанда ике урман янғыны теркәлде, дүртәү һүндерелде. Бөгөнгө көндөң иртәһенә ҡарата республикала бер урман янғыны ҡалды. Әле ул ҡамап алынған һәм көн дауамында тулыһынса һүндереләсәк, – тине ул.

Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, был аҙнала, план буйынса, Башҡортостан биләмәһендәге янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлдән сығарасаҡтар.

Фото: eanews.ru

Автор:Альфия Мингалиева