Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Сентябрь 2021, 21:00

Ата-әсәһенең берҙән-бер улы булған...

"Бер йәш ҡатын килде лә ирҙең пульсын тотоп ҡараны, шунан уның күкрәгенә йығылып илай башланы...”

Ата-әсәһенең берҙән-бер улы булған...
Ата-әсәһенең берҙән-бер улы булған...

Уҙған йәкшәмбе Өфө үҙәгендә мотоцикл аварияһында йәш ир һәләк булды.

Көндөҙ Октябрь проспектында “Хонда” мотоциклы тәүҙә үҙе менән бер рәттән китеп барған “Шевроле Лачетти” машинаһына төкөй. Көслө бәрелеш уны ҡаршы һыҙаттан килгән “Тойота Рав-4” тәгәрмәсе аҫтына ташлай, унан һуң “Тойота Королла”ға барып бәрелә. Бындай ҡурҡыныс авариянан ирҙең иҫән ҡалыуы мөмкин булмай – ул урында йән бирә.

Әле “Комсомольская правда” баҫмаһы был аварияның нисек булғанын, мәрхүмдең шәхесен асыҡлаған. Әйткәндәй, был һәләкәтте билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова күргән. “Ирем менән кафеға килдек, аҙаҡ йөрөп килергә булдыҡ. Ҡапыл алда бәрелеш тауышы ишеттек. Машиналар туҡтай башланы. Саҡ ҡына алға киткәс, ҡурҡыныс күренешкә шаһит булдыҡ: бер машина янында ҡара каскалы ир кәүҙәһе ята, бер нисә метр алыҫлыҡта - мотоцикл, ә тирә-яҡҡа транспорт ярсыҡтары һибелгән. Бер йәш ҡатын килде лә ирҙең пульсын тотоп ҡараны, шунан уның күкрәгенә йығылып илай башланы”, – тип бәйән иткән ул.

Авария сәбәптәрен әле полиция асыҡлай. Фараздарҙың береһе буйынса, мотоциклдағы ир тиҙлекте ныҡ арттырған, ҡағиҙәләргә иғтибар итмәгән.

– “Спорт” туҡталышында машиналар араһынан юғары тиҙлектә “осоп” үтте, хатта ҡурҡырға ла өлгөрмәй ҡалдым. Минеңсә, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп китте, – ти аварияны күргән Сергей С. исемле ир.

Нисек кенә булмаһын, кеше ғүмере өҙөлдө. Уның 27 йәшлек Өфө кешеһе Илмир З. икәне асыҡланған. Ирҙең туғандары был хәлгә әле һаман ышана алмай. Илмир әллә ҡасандан рулдә, бер ҡасан да тиҙлекте арттырмаған, ипле йөрөгән. Туғандары уның мотоцикл һатып алғанына ла аптыраған.

Илмир ата-әсәһенең берҙән-бер улы булған. Бер нисә йыл элек өйләнгән. Хәҙер уның йәш ҡатыны һәм биш йәшлек улы ҡалған. Дуҫтары әйтеүенсә, Илмир өсөн һәр ваҡыт ғаиләһе беренсе урында булған. Ғөмүмән, мәрхүмде бөтәһе лә тик яҡшы яҡтан хәтерләй һәм ҡайғыра.

Беҙ ҙә ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: “КП-Өфө”.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: