Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Сентябрь 2021, 10:00

Аварияла тотош ғаилә һәләк булғайны...

Социаль селтәрҙә күптәр “өс кешенең ғүмере өсөн хөкөм ҡарары бик йомшаҡ”, тип дәғүә белдерә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Аварияла тотош ғаилә һәләк булғайны...
Аварияла тотош ғаилә һәләк булғайны...

Быйылғы йылдың 31 ғинуарында 57 йәшлек Силәбе кешеһе М-5 трассаһында ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Kia Sorento" автомобилендә етенсе модель ВАЗ-ға бәрелә. Һөҙөмтәлә ватан автомобиленең 28 йәшлек водителе урында уҡ, ә уның 33 йәшлек ҡатыны дауахана юлында йән бирә. Уларҙың ете йәшлек ҡыҙының ғүмере өсөн табиптар биш көн дауамында көрәшә. Әммә авария үтә яман була, баланы ҡотҡара алмайҙар... Был ғаилә Өфөнән Салауат районында йәшәгән атай-әсәйҙәре янына ҡайтып барған. Мәрхүмә ҡатын табибә булған.

Ошо көндәрҙә аварияла ғәйепле водителгә ҡарата суд ҡарары иғлан ителде: ул колония-биләмәлә өс йыл булырға тейеш. Шулай уҡ ғәйепле яҡтан 1,5 миллион һум күләмдә мораль һәм матди зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Социаль селтәрҙә күптәр “өс кешенең ғүмере өсөн өс йыл, етмәһә, колиния-биләмәлә, бик аҙ” тигән дәғүә белдерә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 

Фото һәм сығанаҡ: ufa1.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: