Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь , 22:00

Хәүефһеҙлек өсөн кәрәк

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Пушкин һәм Театр урамдары киҫелешендә саҡырыу тибындағы светофор ҡуйылған.

Хәүефһеҙлек өсөн кәрәк

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Пушкин һәм Театр урамдары киҫелешендә саҡырыу тибындағы светофор ҡуйылған.

Урында йәшәгәндәр, студенттар йәйәүлеләр үткәүеле һәм светофор ҡуйыу тураһында оҙаҡ һораған. Юл киҫелеше ике ҙур юғары уҡыу йорто – Башҡортостан дәүләт медицина, Өфө дәүләт авиация техник университеттары – эргәһендә урынлашҡан. Ҡала властары юл участкаһындағы хәлгә мониторинг үткәргән һәм йәйәүлеләр үткәүеле мотлаҡ кәрәк тигән фекергә килгән.

Монтаж эштәре тулыһынса тамамланған, билдәләр ҡуйылған, юл һыҙығы һыҙылған. Әйткәндәй, был светофор “Хәүефһеҙ юлдар” программаһына ярашлы сафҡа ингән.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова