Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2021, 09:00

Әлиәне Төркиәнән ҡайтармайҙар

"...Тик видеояҙмала был ваҡытты ҡырҡып ташлағандар һәм судҡа шул килеш биргәндәр”, – тип яҙа ҡатын социаль селтәрҙәрҙә...

Әлиәне Төркиәнән ҡайтармайҙар
Әлиәне Төркиәнән ҡайтармайҙар

 

“Моя Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ, Өфө кешеһе Әлиә исемле ҡатын сит илдә ауыр хәлгә тарыған.

28 йәшлек ҡатын ял итергә тип ире һәм ике балаһы менән Төркиәгә бара. Ял итеп, ҡайтырға ике көн ҡалды тигәндә, улар йәшәгән ҡунаҡханала аҡса юғала. Урлашыуҙа яҡташыбыҙҙы ғәйепләйҙәр.

“Отель вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙа мин кошелекты алған видеояҙма бар. Тик был физик яҡтан мөмкин түгел. Кошелек ресепшенда һулдараҡ ята ине, ә мин уң яҡта торҙом. Тик береһе лә быға иғтибар итмәй. Мин ҡунаҡхана хеҙмәткәренең кошелекты алып өҫтәл аҫтына һалғанын күрҙем. Тик видеояҙмала был ваҡытты ҡырҡып ташлағандар һәм судҡа шул килеш биргәндәр”, – тип яҙа ҡатын социаль селтәрҙәрҙә.

Әлиә ярҙам һорам Рәсәй консуллығына мөрәжәғәт иткән. Ул был хәлдең ыңғай тамамланырын көтә, шулай уҡ ул ҡаршы иск бирергә лә әҙерләнә икән.

Яҡташыбыҙға, дөрөҫлөк хөкөм һөрөп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек.

Фото: "Моя Уфа" 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: