Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2021, 15:30

Һәр ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе яҡшы

Янғындарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә психологик ярҙам күрһәтеү, медицина ярҙамы кеүек мөһим.

Һәр ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе яҡшы
Һәр ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе яҡшы

Янғындарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә психологик ярҙам күрһәтеү, медицина ярҙамы кеүек мөһим.

 Үҙ ваҡытында һөйләшеү һәм махсус алымдар системаһы кешегә стреслы хәлдәрҙән сығырға булышлыҡ итә. Ошо һәм төбәктәге янғындар хаҡында Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгендә һүҙ булды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы психологик хеҙмәт етәксеһе Гөлнара Зараменская һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғынға ҡаршы хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Динар Сәлихов ошо хаҡта һөйләне.

Динар Азат улы урман һәм техноген янғындар менән бәйле хәл тураһында хәбәр итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылында сыҡҡан янғынды һүндергәндә үҫмерҙең ғүмере өҙөлгәнлеге асыҡланған. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уттың кеше ғүмере өсөн хәүефле икәнлеге хаҡында иҫкәртәбеҙ.

Тәбиғәт шарттары кеше сәләмәтлегенә лә йоғонто яһай. Әмзәлә оло йәштәге ҡатынға торлағында беренсе ярҙам күрһәтелгән һәм дауаханаға килтерелгән.  

Көндәрҙең һалҡынайыуы менән халыҡ торлаҡты йылытыу приборҙарын файҙалана башланы. Шуға уларҙы ҡулланыу талаптарын теүәл үтәгеҙ, ут-янғындан һаҡ булығыҙ, тип йәнә иҫкәртәбеҙ.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: