Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Сентябрь 2021, 10:00

Йәнә аттар ғәйеплеме?..

Белорет-Учалы юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Йәнә аттар ғәйеплеме?..
Йәнә аттар ғәйеплеме?..

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында аттарға бәйле юл фажиғәләре кәмемәй. "Kia Spectra"  машинаһына идара иткән 2001 йылғы егет юлда торған атҡа бәрелеп, юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Водитель ваҡиға урыныда уҡ йән бирә, бахыр хайуан да һәләк була. Машина салонындағы 2002 йылғы ике пассажир йәрәхәтләнә.

ЮХХДИ белдереүенсә, автомобиль хужаһы машинаға идара итеүҙән мәхрүм ителгән булған. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм аҡ халатлылар сыҡҡан, әле тикшереү эштәре башланған. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Бигерәк тә көҙ осоро төндә машинала юлға сығыу хәүефле, сөнки йыш ҡына юлға мал сыға. Бигерәк тә аттар ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Абай булығыҙ, юлда аттар машина утынан өркөп, үҙҙәре үк ырғыуы бар. 

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: