Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Сентябрь 2021, 12:00

Кәмәләре ҡомға терәлгән

Бер ҡатынға медицина ярҙамы талап ителгән.

Кәмәләре ҡомға терәлгән
Кәмәләре ҡомға терәлгән

Кәмәһе ҡомға терәлгән, тигән әйтем бар.

Ә бына Павловка ауылында бер төркөм кешеләрҙең кәмәһе ысын мәғәнәһендә ҡомға терәлгән. 40 йәштәр тирәһендәге арыу ғына ҡырын тейәгән дүрт кеше - ике ир һәм ике ҡатын Ҡариҙел йылғаһында моторлы кәмәлә йылға буйлап йөҙөргә сыҡҡандар, әммә, әмәлгә ҡалғандай, "Ете апостол" ҡаялары янында уларҙың кәмәләре ҡомға ултырған.


Һөҙөмтәлә ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тура килгән уларға. Бәләгә тарыусыларҙы "Павловка паркы" ял базаһы янына ярға сығарып, тәү ярҙам күрһәткәндәр. Бер ҡатынға медицина ярҙамы талап ителгән.


Көҙ көнө һауа торошо тиҙ үгәреүсән, йыш ҡына ямғырҙары, көслө ел менән айырылып тора. Ҡараңғы ла тиҙ генә төшә был ваҡытта. Шуға ла кәмә менән йылғаға сығыр булһағыҙ, һаҡлыҡ сараларын иҫтән сығармаҫҡа кәңәш итәләр, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетында.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: