

Күптән түгел Өфөнөң Пугачев урамы буйлап 104-се йорт ҡаршыһында бер водитель 13 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә лә ваҡиға урынынан ҡаса. Был хәл Бородин урамынан Пугачев урамына боролған ерҙә була.
Бала светофорҙың “йәшел ут”ына сығып барған. Машина бәрҙергәс, ҡыҙҙың аяғы йәрәхәтләнгән. Табиптар уға медицина ярҙамы күрһәткән, баланы туғандары алып ҡайтып киткән.
“Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән. Был хәлгә шаһиттарҙың битараф ҡалмауын һәм түбәндәге телефондарға шылтыратыуҙарын үтенәбеҙ: 237-02-02, 237-84-80, 8-937-365-15-36”, – тип мөрәжәғәт итә граждандарға ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр йышайҙы. 15 сентябрҙә “йәшел ут”ҡа 11 йәшлек апаһы менән сығып барған малайҙы тапатып киткән водитель табылмаған әле.
Фото: “Башинформ”.