

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн таң менән йәнә илде шаңҡытҡан ҡурҡыныс енәйәт булды: йәш кеше Пермь дәүләт милли тикшеренеүҙәр университетында атыу ойошторҙо.
Ваҡиға урындағы ваҡыт буйынса 11.30 сәғәттә була. Беренсе курс студенты үҙе белем алған юғары уҡыу йортона ҡорал тотоп барып ут аса. Һөҙөмтә аяныслы: әлегә билдәле һандарға ҡарағанда, алты кешенең ғүмере өҙөлгән, 28-е медицина ярҙамы һорап дауаханаларға мөрәжәғәт иткән.
Ишек төбөндә ике хеҙмәткәр дежурҙа торған. Енәйәтсе уларҙың береһен атып үлтергән дә артабан киткән. Университеттағылар шунда уҡ интернет аша бер-береһенә аудиторияларҙа бикләнергә ҡушҡан, ҡалғандарға, уҡырға килмәгеҙ, тип иҫкәрткән. Ҡото осҡан студенттар ҡотолоу өсөн университет тәҙрәһе аша һикереп сығып ҡаса башлаған...
Урынға хоҡуҡ һаҡсыларынан беренсе булып юл патруле хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Полиция кейемендәге кешене күргәс, енәйәтсе уға бер нисә тапҡыр атып ебәргән. Дәүләт автоинспекторы ла уға ҡаршы ут асҡан һәм яралаған. Теге йығылғас, барып ҡоралын тартып алған һәм тәүге ярҙам күрһәтә башлаған.
Студент ҡыласаҡ был енәйәте тураһында социаль селтәрҙәрҙә яҙған булған. Ул ҡорал һатып алыу өсөн аҡса йыйыуы хаҡында һәм "кешеләргә ауырлыҡ эшләгем килә” тип белдергән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, егеттең ҡоралға рөхсәте булған, ул 2026 йылға тиклем ғәмәлдә. Әле студент дауаханала, табиптар уның ғүмерен ҡотҡарырға тырыша. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
18 йәшлек егет юғары уҡыу йортона быйыл уҡырға ингән. Уның БДИ буйынса балдары әллә ни юғары түгел – 156. Уҡыуға түләүле нигеҙҙә ингән. Юридик факультеттың “Суд экспертизаһы” белгеслегенә уҡыған.
Был хәл билдәле булғас, Президент Владимир Путин ғаиләләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, был ваҡиғаны ил өсөн ҙур бәлә тип атаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты. “Пермдә фажиғә. Кешеләр үлде. Бер ғәйепһеҙ кешеләр. Кем ғәйепле, бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә – тикшерергә кәрәк. Ҡайғы уртаҡлашам”, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Башҡортостандағы барлыҡ белем биреү учреждениеларын тикшерергә, хәүефһеҙлек сараларын арттырырға ҡушты.
Фото: radiosputnik.ria.ru