Хәүефһеҙлек
20 Сентября 2021, 07:57

Радий Хәбиров белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡушты

Пермдә бөгөн ҙур фажиғә булды – студент университетҡа килеп атыш ойошторҙо. Ҡорбандар бар. 

Радий Хәбиров белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡуштыРадий Хәбиров белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡушты

Бөгөн Пермь ҡалаһында ҙур фажиғә булды – ир кеше Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетына инеп атыу ойошторҙо. Рәсәй Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, атҡан кеше вуздың студенты булған. Ул биш кешене үлтергән, алтауҙы йәрәхәтләгән. Әле уны ҡулға алғандар.

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советына һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына тиҙ арала Пермдәге хәлде тикшерергә һәм республиканың белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.

– Яңыраҡ ҡына ошондай фажиғә Ҡазанда булғайны, бөгөн Пермдә. Беҙ балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас