Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2021, 17:30

Янғында бала һәләк булған

Әсә һәм дүрт бала янғын эсенән сығып өлгөргән. Ә 2012 йылғы ҡыҙ...

Янғында бала һәләк булғанЯнғында бала һәләк булған
Янғында бала һәләк булған

20 сентябрҙә Өфөнөң Калинин районы Федоровка ауылындағы баҡса йортонда янғын сығып, бала һәләк булған.

Янғын һүндереүселәр килгәндә өй менән солан ут менән тулыһынса ялманған, ә ҡыйыҡ емерелеп төшкән була.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, өйгә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған.

Ут эсенән биш кеше үҙаллы сыға алған: әсә һәм дүрт бала. Зыян күргән 11 йәшлек малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә ҡорбанһыҙ түгел: утты һүндергәндә 2012 йылғы ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған.

Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: UfacityNews.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас