Хәүефһеҙлек
21 Сентябрь 2021, 07:00

Өлкәндәр һәләк булды...

 Йортта 1939 йылғы ир менән ҡатындың янған кәүҙәһе табылған.

Өлкәндәр һәләк булды...Өлкәндәр һәләк булды...
Өлкәндәр һәләк булды...

Республикала ошо төндә Бүздәк районының Иҫке Шығай ауылында янғында ирле-ҡатынлы ике кеше һәләк булды.  Ағас йорттоң яныуы тураһындағы хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына төнгө сәғәт дүрттәр тирәһендә алына. Ваҡиға урынына һигеҙ янғын һүндереүсе, өс махсус техника оператив рәүештә килеп етә. Бер сәғәт эсендә 30 квадрат метр майҙанда янғын  һүндерелә.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һүндерелгәндән һуң 05.04 сәғәттә 1939 йылғы ир менән ҡатындың янған кәүҙәһе табылған. Янғын сығыу сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй,” – тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Республикала янғын осраҡтары булып тора. Һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә, ут сығыуын иҫкәртеүсе приборҙарҙан файҙаланғанда фажиғәләр  һаны, һис шикһеҙ, кәмер ине.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас