Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2021, 20:30

Компьютер томографияһы кабинетында - янғын

Был хәл Өфөләге 3-сө ҡала дауаханаһында булды.

Компьютер томографияһы кабинетында - янғын
Компьютер томографияһы кабинетында - янғын

Үткән төндә Өфөләге 3-сө ҡала дауаханаһының айырым торған бинаһында - компьютер томографияһы кабинетында ут сыҡҡан, тип хәбәр итә "Башинформ".

Унда тиҙ арала янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар йүнәлтелә. Оператив эш һөҙөмтәһендә сәғәт 01.18-ҙә ут туҡтатыла. Янғын төндә булғанға күрә, берәү ҙә зыян күрмәгән. Әле бәләнең сәбәптәре асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы тикшереүселәре эшләй, тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: