Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2021, 10:00

Сит-ятты өйөңә индермә...

Осраҡлы бәйләнеш ҡот осҡос фажиғә менән тамамланған

Сит-ятты өйөңә индермә...
Сит-ятты өйөңә индермә...

Башҡортостанда ир менән ҡатын фатир хужаһын үлтереп, өйөн талап ҡасҡан.
Баш ҡала полицияһы 56 йәшлек ирҙең үлеменә туранан-тура ҡағылышлы кешеләрҙе асыҡлаған. Ҡанлы ваҡиға 13 сентябрь Өфө ҡалаһының Энтузиастар урамында теркәлгән.
Криминалистар бер тәүлек эсендә енәйәтселәрҙе асыҡлауға өлгәшкән: улар элек тә хөкөмгә тарттырылғаны булған 33 йәшлек ҡатын һәм 34 йәшлек ир.
Тикшереү асыҡлауынса, 56 йәшлек ир 33 йәшлек ҡатын менән эске табыны ойошторған. Ҡунаҡ хужаның фатирында ҙур суммала аҡса ятҡанын белгән һәм уны ҡулына төшөрөргә уйлаған. Ир йоҡлап киткәс, ҡатын әшнәһен - 34 йәшлек ирҙе асып индергән һәм уларҙың мәкерле ҡылыҡтары шаһиты булырға тейешле фатир хужаһын үлтерергә ҡушҡан. Тегеһе ризалашып, йоҡлап ятҡан ирҙең башына гантель менән бер нисәне һуҡҡас, эсенә бысаҡ менән сәнскән...
Шунан был икәү өйҙө тентеп, дөйөм 45 мең һумлыҡ суммаға аҡса һәм гаджеттарҙы ҡулдарына төшөргәс, эҙ йәшерер өсөн бүлмәләрҙең береһендәге карауатҡа ут төртәләр, газ сығыу юлын асалар. Тик ҡара уйҙары килеп сыҡмай: уларҙың эҙенә тиҙ төшәләр. Ир менән ҡатын - күмәкләп талау, кеше үлтереү буйынса эш фигуранттары. Тикшереү мәлендә енәйәтселәр һаҡ аҫтында ултырасаҡ.
Фото:newsbash.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: