

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә Өфө – Ырымбур юлының 166-сы саҡрымында, Салауат ҡалаһынан көньяҡҡа ике саҡрым алыҫлаҡта, “ГАЗель” автобусы менән “RENAULT MASTER” йөк автомобиле бәрелешә һәм янғын сыға. Ҡот осҡос аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар – автобустағы водитель һәм өс пассажир, әлегә уларҙың шәхестәрен асыҡлай алмағандар.
Ваҡиға урынында "ашығыс ярҙам" хеҙмәттәре һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Йөк автомобиле водителе иҫән, медицина ярҙамы күрһәтелә.
“ГАЗель” автобусы Ырымбур өлкеһендәге ойошмаға ҡараған һәм Өфө йүнәлешендә китеп барған булған.
Фото: @mchsrb