

Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙынсыла Шишмә районының Шишмә – Дәүләкән юлында “КамАЗ” йөк автмобиле менән “УАЗ” автомобиле бәрелешә. "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә ҡараған "УАЗ" автомобилендәге туғыҙ кеше – “тиҙ ярҙам” автомобиленең 50 йәшлек водителе һәм пассажирҙар дауаханаға оҙатылған. Мәғлүмә булыуынса, медицина хеҙмәткәрҙәре Шөнгәккүлгә китеп барған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт хәл-ваҡиғаһында зыян күргән туғыҙ кешенең дүртәүһе өйҙәренә ҡайтарылған, ә ҡалғандарын Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһына һалғандар.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Фото: @mchsrb