Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь 2021, 17:30

Иғтибар үҙәгендә – хәүефһеҙлек

24 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикалағы юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре менән хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Иғтибар үҙәгендә – хәүефһеҙлекИғтибар үҙәгендә – хәүефһеҙлек
Иғтибар үҙәгендә – хәүефһеҙлек

24 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикалағы юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре менән хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Андрей Назаров уҡыу ойошмаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – барлыҡ яуаплы структуралар тарафынан даими алып барылған планлы эш. Тик, күптән түгел Пермдә һәм Ҡазанда теркәлгән фажиғәле хәлдәр менән бәйле, республикалағы уҡыу ойошмалары хәүефһеҙлеге кимәлен тағы тикшереү мотлаҡ, шулай уҡ өҫтәмә саралар индерергә кәрәк. Уларҙың кимәле иһә мәғариф ойошмаларының ныҡлығына, уҡыуҙарҙың үткәрелеү даимилығына, балалар, уларҙың ата-әсәләре менән иҫкәртеү, тәрбиә эштәренә һәм башҡа йүнәлештәргә бәйле.

"Беҙ, барлыҡ ҡыҙыҡһынған кешеләр, уҡытыусыларҙан башлап барлыҡ кимәлдәге етәкселәргә тиклем уҡыу йорттарындағы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә талапты һәм иғтибарҙы арттырырға тейешбеҙ. Эш хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән тығыҙ алып барылырға тейеш. Бары шулай итеп кенә уҡыуҙың хәүефһеҙ шарттарын тәьмин итә алабыҙ", - тине Андрей Назаров.

Кәңәшмәлә аҙна буйы республикалағы уҡыу йорттарында дежур хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр, падагогик хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар, көс структураларын йәлеп итеп, хәрби һөжүм итеү тураһында сигнал биреү өсөн яуаплылар менән уҡыуҙар үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Артабан Андрей Назаров бындай уҡыуҙарҙы квартал һайын үткәрергә ҡушты.

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов Эске эштәр министрлығы һәм уҡыу йорттарында, Росгвардия бүлексәләрендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә айырыуса яуаплылыҡ хаҡында әйтте. Был эске эштәр һәм башҡарма власть органдары эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктәге уҡыу йорттарындағы ағымдағы эпидемиологик хәл хаҡында һөйләшеү булды. Андрей Назаров сирләү осраҡтарының артмауы өсөн вакцинациялауҙы әүҙемләштерергә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас